IslamData (ba):Тасуирлама
Был сайттағы мәҡәләләр бик сикләнгән һандағы авторҙар тарафынан яҙыла.
Мәҡәләләрҙең авторҙары — белемгә ынтылған һәм белемле булған мосолмандар.
Мәҡәләләрҙең дөрөҫ төҙөлөшөнә, шулай уҡ хаталарға, сикләнгән һандағы ислам ғалимдары күҙәтеү яһай. Тикшерелгәндән һуң мәҡәләлә «тикшерелгән» тамғаһы барлыҡҡа килә. Был мәҡәләнең ислам ҡануниәте талаптарына ярашлы икәнен аңлата.
Был сайт мосолмандар өсөн дә, Ислам динен өйрәнергә теләгән мосолман булмағандар өсөн дә булдырылған.
Мәҡәләләрҙе әҙерләгәндә түбәндәге ҡағиҙәләр һаҡлана:
- мәҡәлә ябай һәм аңлайышлы яҙылырға тейеш, мәғлүмәтһеҙ кешегә уның мәғәнәһен аңларға ҡамасаулаған артыҡ махсус терминдар ҡулланылмаҫҡа тейеш;
- һәр мәҡәлә ҡулдан яҙыла;
- һәр бер раҫлау кәм тигәндә «яхшы» кимәлендәге хәҙис менән раҫланырға тейеш;
- һәр хәҙистең шул хәҙис күрһәтелгән хәҙис китабы битенә гиперһылтанмаһы булырға тейеш;
- хәҙистең үҙендә бөтә риүәйәтселәр күрһәтелергә тейеш;
- хәҙис йәки Ҡөрьән аяттары ентекле һәм аңлатмаһы менән бирелергә тейеш;
- һәр риүәйәтсе өсөн уның биографияһы һәм ни өсөн ышаныслы булыуы аңлатылған айырым биткә гиперһылтанма булырға тейеш;
- ғибәҙәттәр тураһында мәҡәләләр аҙымлап булырға тейеш;
- мәҡәләләрҙә нимә фарыз, нимә мөстәхәб икәнлеге асыҡ күрһәтелергә тейеш.